БӘЛӘКӘЙ ТЕҢКӘШ, Нуриман р‑нындағы ауыл
1561
БӘЛӘКӘЙ ТЕҢКӘШ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 29 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 428 кеше; 1939 — 443; 1959 — 320; 1989 — 206; 2002 — 170; 2010 — 172 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға 1914 й. һәм 1920 й. араһында Өфө өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Теңкәш а. (хәҙ. Оло Теңкәш а.) кешеләре нигеҙ һала.
Ф.К.Заһирова, Ә.З.Әсфәндиәров
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи:

