БӘЛӘКӘЙ МУСА, ауыл, Салауат ҡ. эсендә
1632
БӘЛӘКӘЙ МУСА, ауыл, 1956 й. алып Салауат ҡ. эсендә.
Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Муса (тәүге төпләнеүсе указлы мулла Муса Имашев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. 1‑се ярт. — Мулла Муса, 20 б. 30‑сы йй. Бәләкәй Муса тип иҫәпләнгән. 1795 й. 25 йортта 104 кеше йәшәгән, 1865 й. 56 йортта — 282 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 387 кеше; 1920 — 402; 1939 — 309 кеше. 1956 й. Мәләүез р‑нының Нурдәүләт а/с ҡараған.
Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи:

