Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“КОММУНВОДОКАНАЛПРОЕКТ”, институт

Просмотров: 1416

“КОММУНВОДОКАНАЛПРОЕКТ” Өфө һыу үткәргестәр һәм канализацияны проектлау институты, ЯАЙ. 1969 й. РСФСР‑ҙың Торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ министрлығы “Гипрокоммунводоканал” ин‑тының Өфө комплекслы бүлеге булараҡ асыла, 1973 й. алып Өфө бүлексәһе, 1983 й. — Көньяҡ Урал бүлексәһе; 1991 й. — “БУТЭК” халыҡ концернының “К.” Өфө ин‑ты, 1992 й. башлап “К”. 2013 й. ябыла. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ объекттары (һыу менән тәьмин итеү, канализация ҡоролмалары һәм биналары, йылылыҡ һәм электр м‑н тәьмин итеү, үткәргес торбаларҙы коррозиянан электрохимик һаҡлау һ.б.) төҙөлөшө өсөн инженер‑төҙөлөш тикшеренеүҙәре үткәреү һәм проект‑смета документацияһын әҙерләү. Ин‑т составына 7 производство бүлеге ингән: инженер-төҙөлөш тикшеренеүҙәре (грунтты тикшереү лаб. м‑н), һыу м‑н тәьмин итеү, һыу бүлеү, төҙөлөш, электротехник, йылылыҡ-техник һ.б. Ин-т тарафынан РФ‑тағы объекттар өсөн 1 меңдән ашыу проект эшләнә. Көньяҡ, Ковшовый, Иҙәк һыу алыу ҡоролмалары, Төньяҡ һыу алыу ҡоролмаларына реконструкция, Өфө канализацияһының 2-се һәм 3-сө сират проекттары; Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. һыу м‑н тәьмин итеү өсөн берҙәм һыу алыу ҡоролмалары проекттары; Күмертау, Мәләүез ҡҡ. һыу үткәргестәре проекттары эшләнә. Бүлектең баш инженеры — И.П.Климин (1969 й. алып); дир.: Ю.Г.Серебряков (1970 й. алып), Н.А.Уваров (1989 й. алып), Ф.Н.Хәмитов (1997 й. алып), В.Г.Арсеньев (2002 й. алып).

В.Г.Арсеньев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019