МОНАСИП, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
1218
МОНАСИП, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Семёновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 8 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 45 кеше; 1959 — 5; 1989 — 90; 2002 — 105; 2010 — 83 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1928 й. Йылайыр кантонында 1919—20 йй. нигеҙләнгән М. утары урынында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1934 й. “Заготскототкорм” берләшмәһенең базаһы ойошторолған ваҡытта) нигеҙ һалына. 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. статусын йөрөтә.
Р.И.Үтәғолов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи:

