Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘНӘҮЕЗТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1797

МӘНӘҮЕЗТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Мәнәүезтамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Мәнәүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1810 кеше; 1920 — 1793; 1939 — 1944; 1959 — 1430; 1989 — 1013; 2002 — 1006; 2010 — 878 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Өфө провинция канцелярияһының 1746 й. указы б‑са Нуғай даруғаһы Ил‑Күл‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1767 й., 1796 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 58 йортта 300 кеше йәшәгән, 1865 й. 120 йортта — 750 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 11 кибет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 5 сауҙа кибете, 2 тимерлек, һыу тирмәне, 2 икмәкхана, мөгәзәй теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019