Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАНСУР, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1995

МАНСУР, Учалы р‑нындағы ауыл,  Мансур а/с үҙәге. Район үҙәгенән  Т.‑Көнс. 32 км һәм Шартым  т. юл ст. К.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта  Шартым й. (Уй й. ҡушылдығы)  буйында урынлашҡан. Халҡы:  1900 й. – 806 кеше; 1920 – 934;  1939 – 611; 1959 – 390; 1989 – 612;  2002 – 760; 2010 – 740 кеше.  Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп  (Сәфәр урта мәктәбе филиалы),  балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ  пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана,  мәсет бар.  Ауылға Себер даруғаһы Ҡара‑Табын  улусы башҡорттарының аҫаба  ерҙәрендә Ирәндек исеме м‑н типтәрҙәр  нигеҙ һала, 1766 й. алып билдәле.  18 б. аҙ. башлап хәҙ. исемен (тәүге  төпләнеүсе Мансур Ибраһимов  исеменән) йөрөтә. 1795 й. 17 йортта  111 кеше йәшәгән, 1866 й. 52 йортта  – 405 кеше. Игенселек, малс‑ҡ  м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.  М.Х.Хилажев ошо ауылда тыуған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019