Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҒӘФҮРОВ Ҡадир Барый улы

Просмотров: 2089

МӘҒӘФҮРОВ Ҡадир Барый улы (6.4.1949, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Рәхмәт а.), биолог, иҡтисадсы. А.х. ф. д‑ры (1998), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Әбйәлил р‑нының Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1973 й. алып БНИИСХ‑ла: 1983 й. — өлкән, 1996 й. — төп ғилми хеҙм‑р; 1998 й. — БДАУ‑ҙа (2002 й. тиклем иҡт. кибернетика каф. мөдире). 2010 й. башлап БР ФА‑ның Соц.‑сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр ин‑тының бүлек мө‑ дире, 2015 й. — баш ғилми хеҙм-ре. Фәнни эшмәкәрлеге аграр иҡтисад эшенең һәм үҫешенең тәбиғи‑фәнни нигеҙҙәренә, агрономияла мәғлүмәт технологияларын ҡулланыуға арналған. М. тарафынан игенселек системаһында агротехнологияларға идара итеүҙең теоретик нигеҙҙәре һәм методологияһы эшләнә. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Системный анализ аграрной экономики: функционирование, развитие, устойчивость, управление. М., 2005; Конкурентные преимущества аграрной экономики Республики Башкортостан. Уфа, 2013; Теоретико-методологические проблемы управления экономическими системами. Уфа, 2014.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019