“ОКТЯБРЬ”, пр‑тие
959
“ОКТЯБРЬ”, һөт етештереү һәм йәш һыйыр малы үҫтереү пр‑тиеһы. Үҙәк усадьбаһы — Ауырғазы р‑ны Кешәнне ауылы. 1956 й. “Комбайн” һәм “Үрнәк” к‑здары базаһында “О.” к‑зы булараҡ ойошторола, 1992 й. алып “О.” крәҫтиән хужалыҡтары һәм кооперативтары ассоциацияһы, 1997 й. — “О.” АХПК, 2006 й. — “Уңыш” АХПК составында. Составына 2 үҫемлекселек бригадаһы, һөтсөлөк, йәш һыйыр малын һимертеү фермалары һ.б. ингән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған. “О.” м‑н Р.М.Диваев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:

