Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨҠСИНОВ Ирек Шәриф улы

Просмотров: 2511

МӨҠСИНОВ Ирек Шәриф улы (26.3.1932, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Дүртөйлө а., хәҙ. Дүртөйлөҡ., — 1.1.1999, Өфө), юрист, дәүләт эшмәкәре. Юридик ф. канд. (1963), проф. (1997). РСФСР‑ҙың (1989) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. юрисы. МДУ‑ны тамамлаған (1955). 1956—59 йй. БАССР МС‑ында эшләй, 1962 й. алып СССР ФА БФ Президиумы ғилми секретары. 1963—94 йй. РФА Дәүләт һәм хоҡуҡ ин‑тының (Мәскәү) милләт‑дәүләт мөнәсәбәттәре б‑са проблемалы төркөм етәксеһе. 1996 й. башлап БР Конституция Суды рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге дәүләт ҡоролошо һәм РФ субъекттарының хоҡуҡи статусы мәсьәләләренә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ Дәүләт Думаһының 1‑се саҡырылыш депутаты. Сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Гимназияға (ҡара: Мөҡсинов И.Ш. исемендәге Яңауыл гимназияһы) һәм Өфөләге урамға М. исеме бирелгән. Ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында уның исемендәге стипендия булдырылған.

Х е ҙ м.: Совет Министров АССР — высший исполнительный и распорядительный орган государственной власти автономной республики. М., 1969; Гражданин и аппарат государственного управления. М., 1977; Государственное управление в СССР в условиях научно- технической революции. М., 1997.

В.Ҡ.Сәмиғуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: