Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАТРОСОВ Александр Матвеевич

Просмотров: 3915

МАТРОСОВ Александр Матвеевич [ысын исеме Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы; 5.2.1923, башҡа сығанаҡтар буйынса, 1924, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡунаҡбай а. (БР‑ҙың Учалы районы) — 27.2.1943, Псков өлкәһе Плетень а. янында, Великие Луки ҡ. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934 й. алып Ульяновск өлкәһенең балалар йорттарында тәрбиәләнә. 1938 й. башлап Куйбышев ҡ. вагондар ремонтлау заводында эшләй. 1940 й. алып Өфө балалар хеҙмәт колонияһында була. 1942 й. сентябренән Ҡыҙыл армияла. 1943 й. ғинуарынан алып Калинин фронтының 91‑се Себер уҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә. Герой исеменә рядовой М. 27 февралдә Плетень а. янында барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1943). М. исеме 56‑сы гвардия уҡсылар дивизияһының 254‑се гвардия уҡсылар полкына бирелгән, үҙе мәңгелеккә полктың 1‑се ротаһы исемлегенә индерелгән. Герой исеме Өфө, Белорет, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Учалы ҡҡ. урамдарға, Өфө ҡ. 80‑се урта мәктәпкә бирелгән, Баймаҡ (1982), Великие Луки (1954), Ишембай (1974), Салауат (1961), Сибай (1966), Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ. (1951, 1980), Ҡунаҡбай а. (2006) уға һәйкәл ҡуйылған. Өфө (1966), Великие Луки ҡҡ. (1971—93), Ҡунаҡбай а. (1993) М. музейҙары асылған. Уға Ә.Һ.Бикчәнтәевтың “Бөркөт һауала үлә” (“Орёл умирает на лету”; 1958) повесы, “Рядовой Александр Матросов” нәфис фильмы (1948), “Матросов фамилияһы менән эҙләгеҙ” (“Ищите под фамилией Матросов”; 2001) һәм “Батырлыҡ тураһында дөрөҫлөк” (“Правда о подвиге”; 2006) документаль фильмдары арналған.

 Әҙәб.: Александр Матросов: [док., очерки]. Уфа, 1944; Насыров Р. А.Матросов: поиск истины. Уфа, 2007; Б а г а у т д и н о в А.М., Б а г а у т д и н о в Р.А. Подвиг Александра Матросова: анализ советских и немецких документов: Монография. Уфа, 2021.

Р.Х.Насиров

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019