Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҺӘҘИЕВА Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы

Просмотров: 2190

МӘҺӘҘИЕВА Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы (1.3.1914, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Әбйәлил а., хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а., — 22.2.1990, Сибай ҡ.), актриса. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1964). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын тамамлаған (1939; М.Ә.Мәһәҙиев, С.М.Мифтахов курсы). 1933—35 йй. — Әбйәлил колхоз‑совхоз театры, 1939— 69 йй. Сибай драма театры актрисаһы. Башлыса үҙенсәлекле һәм киҫкен характерлы ролдәр башҡара: Сәрүәр һәм Йыһан (“Башмағым”), Үлмәҫбикә (“Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”, Мифтахов), Ғилми (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле инсценировкаһы), Тайфа (“Бажалар”, И.Ә.Абдуллин), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим) һ.б. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында С.Агиш, Б.Бикбай, К.Мәргән, Р.Ниғмәти һ.б. пьесаларында ир‑егет ролдәрен уйнай. Л.Н.Лебединский һәм Ғ.З.Сөләймәнов тарафынан М. башҡарыуында башҡ. халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәре (ҡумыҙ) яҙып алына, уларҙың бер өлөшө “Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре” йыйынтығында һәм “Ҡурай” китабында (1985) баҫылып сыға. 

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019