Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МЕЛЕУЗСТРОЙ”, предприятие

Просмотров: 1543

“МЕЛЕУЗСТРОЙ”, сәнәғәт һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар, торлаҡ йорттар төҙөү һәм уларҙы капиталь ремонтлау б‑са пр‑тие. 1974 й. “Салаватстрой” тресының 4‑се һәм 6‑сы төҙөлөш идаралығы һәм “Кумертаустрой” тресының 137‑се ПМК базаһында минераль ашламалар сығарыу б‑са Мәләүез химия з‑дын төҙөү өсөн “Мелеузхимстрой” тресы булараҡ ойошторола, 1993 й. алып “М.” ААЙ, 2010 й. ябыла. Составына 2‑се, 4‑се, 6‑сы төҙөлөш идаралыҡтары, бәләкәй механизация идаралығы, сәнәғәт базаһы ингән. 2004 й. 420 кеше эшләгән. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр химия заводы төҙөгәндә алдынғы технологиялар индерелгән: 8 м һыуҙа булған 16 м тәрәнлектәге эбонит балсығынан “тупраҡтағы стена”; ҡалыбы булмаған бүкән фундаменттар өсөн тигеҙләнгән соҡорҙар; фин фанерынан инвентарь ҡалыбы; виброкирбес кәртәләр; ишек һәм тәҙрә блоктарын нығытыу өсөн цемент‑бысҡы вағы пробкалары (1975—82). 1974—2004 йй. пр‑тие тарафынан 230 мең м2 ашыу торлаҡ, 11 дөйөм белем биреү, 8 мәктәпкәсә балалар һәм 2 мед. учреждениелары, спорт комплексы, 2 СПТУ, балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге, АТС, ш. уҡ Мәләүез ҡ. һәм Мәләүез р‑нында сәнәғәт һәм а.х. өсөн тәғәйенләнгән объекттар, ш. иҫ. “Минудобрения” ААЙ, Мәләүез урман комбинаты өсөн 9 комплекс һ.б., төҙөлгән. Пр‑тие “Полиэф” комплексы, Йомағужа һыуһаҡлағысы һ.б. төҙөлөшөндә ҡатнашҡан.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019