Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“НЕФТЕПРОВОДМОНТАЖ”, предприятие

Просмотров: 966

“НЕФТЕПРОВОДМОНТАЖ” т р е с ы, 1952 й. Өфөлә ойошторолған, составына Өфөнөң 74‑се, Силәбенең 6‑сы һәм 10‑сы төҙөлөш‑монтаж идаралыҡтары ингән, иретеп йәбештереү‑монтажлау эштәрен башҡарған. 1972 й. трест составында 18 идаралыҡ, үҙәк һынау‑механика оҫтаханалары, иретеп йәбештереүселәрҙе әҙерләү б‑са мәктәп була. 1979 й. алып комплекслы генподряд тресы, магистраль үткәргес торбалар, компрессорлы һәм нефть ҡыуыу станциялары, нефть резервуарҙары һ.б. төҙөү һәм монтажлау эштәрен башҡара, 1993 й. — ДУП, 2006 й. ябыла. Составына 1‑се, 5‑се һәм 74‑се төҙөлөш‑монтаж идаралыҡтары ингән. Етештереү эшмәкәрлегенең бөтә осоро буйына трест Бохара—Урал, Урта Азия—Үҙәк, Усть‑Балык—Ҡурған—Өфө—Әлмәт, Уренгой—Ужгород һ.б. үткәргес торбалар (70 мең км яҡын) төҙөүҙә ҡатнаша. Трест тарафынан илдең төрлө төбәктәрендә 150 насос станцияһы, 3 млн м3 ашыу резервуар монтажлана. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1964). Трест м‑н Н.А.Байдин, Р.Ҡ.Бәхтейәров, Г.С.Володин, Н.А.Воробьёв, Д.Й.Хәсәнов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ғ.Ғ.Фәрхетдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019