КОЗЛОВ Алексей Павлович
1474
КОЗЛОВ Алексей Павлович (1853, Ярославль губ. Никольский а. — 1909), Өфө губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Думала эсерҙар фракцияһы ағзаһы. Өфө өйәҙ һәм губерна земстволары, ш. уҡ Өфө ҡала думаһы гласныйы. Өфөлә хосуси һәм хеҙмәткәрҙәр эшенә үҙ-ара ярҙам итеү йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе (1894). 1897 й. алып Өфө ҡала йәмәғәт китапханаһы м‑н идара итеү ком‑тында эшләй. 1903 й. Ярославль ҡ. һөргөнгә ебәрелә. 1905 й. башлап Өфөлә.
Тәрж. М.Х.Хужин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:

