Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЛЮЧАРЁВ Александр Сергеевич

Просмотров: 2469

КЛЮЧАРЁВ Александр Сергеевич (19.2.1906, Ҡазан — 31.3.1972, шунда уҡ), комп., фольклорсы, муз.-йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1969) һәм ТАССР‑ҙың (1939) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, ТАССР‑ҙың халыҡ артисы (1964). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1933; Р.М.Глиэр һәм Н.С.Жиляев класы). 1934—37 йй. Өфөлә йәшәй: Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑ның музыка секторы мөдире булып эшләй. Әҫәрҙәре араһында С.З.Сәйҙәшевтең “Ялсы” (“Наёмщик”) исемле муз. драмаһы б‑са ш. уҡ исемле операһы (1961; Т.Ғиззәт либреттоһы), “Тау риүәйәте” (“Горная быль”; 1951) балеты, Волга симфонияһы (1954), “Салауат” (“Салават”) симфоник поэмаһы (1935), “Ғәлиәбаныу” (“Галиябану”; 1933) һәм “Башҡорт” (“Башкирская”; 1955) симфоник сюиталары, “Урал” муз. картинаһы, инструменталь пьесалар, йырҙар, романстар. “Гөлнәзирә”, “Зөлхизә”, “Ҡуңыр буға”, “Таштуғай”, “Төйәләҫ” башҡ. халыҡ йырҙарының хор өсөн эшкәртмәләре, драматик спектаклдәргә һәм документаль фильмдарға музыка авторы. Башҡортостан һәм күрше өлкәләр буйлап муз.‑этнографик экспедициялар ойоштора һәм һөҙөмтәлә “Башҡорт халыҡ йырҙары” (“Башкирские народные песни”), “Ҡурай өсөн 50 башҡорт халыҡ инструменталь пьесаһы һәм көйө” (“50 башкирских народных инструментальных пьес и наигрышей для курая”) ҡулъяҙма йыйынтыҡтарын туплай. 200‑ҙән ашыу төрлө жанр һәм стилдәге йырҙар яҙып ала һәм нотаға һала (“Бейеш”, “Ғилмияза”, “Кәтинкә”, “Ҡаһым түрә”, “Маршрут”, “Сәлимәкәй”, “Урал”, “Шафиҡ” “Шаһибәрәк” һ.б.); уларҙың ҡайһы берҙәре “Башҡорт халҡ йырҙары” китабына индерелгән. ТАССР-ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1970).

Әҙәб.: Шумская Н.А. Александр Ключарёв. М., 1962; Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

Х.С.Ихтисамов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019