Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“КАРУАНҺАРАЙ”, йыр

Просмотров: 1774

“КАРУАНҺАРАЙ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр М.И. Солтанов 20 б. 10‑сы йй. яҙып ала һәм үҙенең “Башҡорт һәм татар мотивтары” (“Башкирские и татарские мотивы”; 1916) китабында баҫтыра. Йырҙың артабанғы варианттары С.Агиш, М.А.Буранғолов, З.Ғ.Исмәғилев, Л.Н.Лебединский, И.В.Салтыков, А.А.Эйхенвальд, Х.Ф.Әхмәтов тарафынан яҙып алына. Лирик‑эпик характерҙағы йыр. Каруанһарай төҙөлөүгә бәйле ижад ителгән. Шиғри текстың бер нисә варианты бар, төп темаһы — мөхәббәт. Көйө аҙ биҙәлгән, уртаса диапазонлы, үҙгәреүсән метроритмик төҙөлөшкә эйә. Башҡарыусылар араһында Ф.Ә.Килдейәрова, Ғ.З.Сәфәрғәлин, М.Х.Хисмәтуллин, “Каруанһарай” фольклор‑эстрада төркөмө. Йырҙы А.К.Березовский фп. өсөн, М.М.Вәлиев хор һәм оркестр өсөн, А.Т.Кәримов тауыш һәм фп. өсөн, А.В.Фере хор (a cappella) өсөн эшкәрткән. Көйө А.С.Ключарёвтың “К.” темаһына симфоник оркестр өсөн Фантазияһында, Й.З.Бикбирҙин тарафынан һалынған ш. уҡ исемле бейеүҙә ҡулланылған.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995; Камаев Ф.Х., Шонкаров Н.Д., Хамитова Г.Ч. 400 башкирских народных песен. Уфа, 2011.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.12.2019