Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҺӘҘИЕВ Дәүләткирәй Дәүләтбай улы

Просмотров: 3091

МӘҺӘҘИЕВ Дәүләткирәй Дәүләтбай улы [1.6.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Абҙан а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 24.2.2004, Өфө], тәржемәсе, журналист. Журналистарсоюзыағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Б.Д.Мәһәҙиевтеңағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1965). 1946 й. алып “Сталинсе” гәз. редакцияһында, ВЛКСМ‑дыңАбҙанрайонком‑тында эшләй, 1956 й. — Ейәнсура р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы, 1967 й. — “Коммунист” (ҡара: “Мечетлинскаяжизнь”) гәз. мөхәррире, 1969— 85 йй. “Башҡортостан” гәз. бүлек мөдире, 1993—94 йй. “Заман—Башҡортостан” гәз. баш мөхәррире. М.Л.Мортазиндың“Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында” (“Башкирия и башкирские войска в Гражданскую вой‑ ну”; тәрж. 1994) китабын, Р.Г.Игнатьевтың“Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор”, (“Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор”; тәрж. 2002) очеркын һ.б. башҡ. теленә тәржемә итә. Ҡөрьәндебашҡ. телендә баҫмаға әҙерләүҙәҡатнаша (1993, “Ҡөрьән‑Кәрим”). БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1994). Тыуған ауылында урамға М. исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 

А.Й.Зарипов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.02.2023
Шәхестәр:
Связанные статьи: