Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 2938

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ, 1933 й. Стәрлетамаҡҡ. сәйәси-ағартыу техникумы булараҡ асыла, 1947 й. алып Респ. мәҙәни-ағартыу мәктәбе, 1960 й. — Башҡ‑н республика мәҙәни-ағартыу уч‑щеһы, 1991 й. — Башҡ‑н республика мәҙәниәт техникумы, 2012 й. — Башҡ‑н республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы. Уҡытыу көндөҙгөһәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә соц.-мәҙәни эшмәкәрлек, халыҡ художество ижады, эстрада музыкаһы сәнғәте, актёрлыҡ сәнғәте, өҫтәмә белем биреү педагогикаһы һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Китапханаһы, фонотекаһы, ижади оҫтаханалары, тренажёр залы, ятағы бар. 9 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2013), улар араһында Ф.М.Бүләков, В.Х.Илембәтов, С.Ғ.Иманғолов, Р.В.Исрафилов, Р.Ҡол-Дәүләт, Ф.Ғ.Ноғоманова, В.Т.Рәхимова, А.Б.Туҡтағолов, В.Ғ.Хәсәнова һ.б. Колледждың төп корпусы бинаһы (К.Маркс урамы, 150; 1910—26 йй. төҙөлгән) — архитектура ҡомартҡыһы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында унда РСФСР Һаулыҡһаҡлау ХК‑ның 4660‑сы хәрби госпитале филиалы урынлашҡан. 

А.М.Моратов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019