Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘСӘЛИМОВ Урал Тимербулат улы

Просмотров: 2796

МӘСӘЛИМОВ Урал Тимербулат улы (21.1.1959, БАССР‑ҙыңӘлшәй р‑ны Раевка ҡсб), график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1992). А.Т.Мәсәлимовтың ағаһы. Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлаған (1988; педагогы М.П.Митурич). 1989 й. алып Башҡ‑н “Китап” нәшриәтендә эшләй, 1992—95 йй. БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы белгесе. Ижадының төп йүнәлеше — китап графикаһы. Дәүләт флагы(1994; О.Е.Асабина м‑н берлектә), Парламент тарихы музейы интерьеры 7 „"282001; Н.Ш.Шакиров м‑н берлектә), БР‑ҙың Миәкә һәм Хәйбулла р‑ндарының гербтары һәм флагтары (икеһе лә — 2008) проекттары авторы. Респ. нәшриәттәре м‑н хеҙмәттәшлек итә, 1 меңдән ашыу китапты баҫмаға әҙерләгән. 1979 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

М.Л.Әхмәҙуллин

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019