КИЙКО Юрий Ильич
КИЙКО Юрий Ильич (7.6.1942, Владивосток ҡ.), офтальмолог. Медицина фәндәре докторы (2002). РФ‑тың атҡаҙанған табибы (1999), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). БДМИ‑ны тамамлаған (1965), 1967 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй (1971 й. алып ғилми секретарь). 1977 й. башлап Мәскәү ҡ.: 47‑се ҡала клиник дауаханаһында, 1980 й. — 36‑сы ҡала клиник дауаханаһында, 1990 й. — Үҙәк дауаханала бүлек мөдире. 1991 й. алып Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең Мәскәү филиалында (1994 й. — директор). Фәнни эшмәкәрлеге күҙҙең ауыр ҡан тамырҙары патологияһын, күҙҙең селтәрле ҡабығының нәҫелдән килгән һәм тормошта барлыҡҡа килгән ауырыуҙарын, күреү нервыһының атрофияһын, күҙҙәрҙең диабетик зарарланыуын һ.б. дауалауҙы камиллаштырыуға арналған. К. ҡатнашлығында регенератив хирургия өсөн “Аллоплант” биоматериалы эшләнә. 3‑сө (2022) һәм 4‑се (2011) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордендары, сит ил ордены менән бүләкләнгән.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

