КУВШИНОВ Леонид Михайлович
КУВШИНОВ Леонид Михайлович (5.8.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Преображенск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а., — 18.8.1973, Мәскәү, Мәскәү өлк. Монино ҡсб ерләнгән), лётчик, полковник (1957). Советтар Союзы Геройы (1957). СССР‑ҙың атҡ. һынаусы лётчигы (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өсөнсө лётчиктар һәм лётчик-күҙәтеүселәр хәрби мәктәбен (Ырымбур ҡ., 1936), 2‑се лётчиктар хәрби мәктәбен (Борисоглебск ҡ., 1937) тамамлаған. 1932 й. алып “Шарикоподшипник” з‑дында (Мәскәү) эшләй. 1939 й. башлап Совет Армияһында. Хәрби-һауа көстәре ҒТИ‑ның һынаусы лётчигы (1939—62). Герой исеменә К. авиация техникаһын һынауҙа күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1962) Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Ленин (1957, ?), 4 Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 1‑се һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Йылайырҙағы урамға бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәб.: Б у л а т о в Г. Четыре испытания Леонида Кувшинова //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. М.Х.Хужин

