ИШЕМҒОЛОВ Әмир Миңлеәхмәт улы
ИШЕМҒОЛОВ Әмир Миңләхмәт улы [22.5.1960, БАССР‑ҙың Йомағужа районы Әлимғол а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 29.10.2020, Өфө], зоотехник. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2006). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), БР‑ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003). БАХИ‑ны тамамлаған (1984). 1988 йылдан алып (өҙөклөк менән) БНИПТИЖиК‑ла эшләй (1996 йылдан — лаборатория мөдире). 1992— 95 йылдарҙа “Элита” ҒПБ (Өфө) директоры. 1998 йылдан алып Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры, 2003 йылдан — генераль директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡара‑сыбар тоҡомло һыйырҙарҙың күп һөт бирә торған көтөүен булдырыу, бал ҡорттарының башҡорт популяцияһын селекциялау һәм тәрбиәләү технологияһын эшләү, халыҡ медицинаһы һәм апитерапияны үҫтереү мәсьәләләренә арналған. И. ҡатнашлығында умартасылыҡ продукцияһы нигеҙендә 200‑ҙән ашыу дауалау‑иҫкәртеү һәм аҙыҡ продукттары, косметика саралары эшләнә, бал ҡорттарының Башҡорт тоҡомо сығарыла (2006). 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2010). “Пчеловодство и апитерапия” (“Умартасылыҡ һәм апитерапия”) журналы баш мөхәррире (2002—05).
Хеҙм.: Селекция башкирской популяции пчёл. Уфа, 2001; Рациональное использование биологических ресурсов Башкортостана для развития пчеловодства. Уфа, 2005; Медоносные ресурсы Башкортостана. Уфа, 2008 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова

