Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИЛМӨХӘМӘТОВ Тимерғәли Әбделғәлим улы

Просмотров: 2107

КИЛМӨХӘМӘТОВ Тимерғәли Әбделғәлим улы (19.12.1941, Үзбәк ССР‑ы Серов станцияһы ҡсб — 2.5.2021, Өфө ҡ.; БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим а. ерләнгән), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). БДУ‑ны тамамлаған (1967), 1970 й. алып шунда уҡ эшләй (1992—2013 йй. журналистика кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. драматургияһының поэтикаһын тикшереүгә, әҙәбиәт ғилеме методологияһына арналған. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе; “Мостай Кәрим драматургияһы” (“Драматургия Мустая Карима”; 1979), “Башҡорт драматургияһы поэтикаһы” (“Поэтика башкирской драматургии”; 2008, тулыландырылған 2‑се баҫмаһы) һ.б. китаптар авторы. “Күк тояҡҡай” (1972), “Хаҡлыҡ үлмәй” (1991) йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләре һәм повестары замандаштарының рухи донъяһына иғтибар итеүе, психологизм, тел байлығы һәм тасуирилығы менән айырылып тора. “Йәнкиҫәк” китабына (2001) ингән шул уҡ исемле әҫәре буйынса 2014 й. Сибай башҡорт драма театры спектакль ҡуя. М.Өмөтбаев (2005), З.Биишева (2010) исемендәге премиялар лауреаты.

    Әҫәрҙ.: Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев: тормошо, ижады, ижтимағи эшмәкәрлеге. Өфө, 2005; Һайланма әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 2011—2016.

   Әҙәб.: Ҡунафин Ғ. Замандарҙың рухи балҡышы. Өфө, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.11.2021
Связанные темы рубрикатора: