ҠАПҠАТАШ, тәбиғәт ҡомартҡыһы
2906
ҠАПҠАТАШ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны Лаҡлы а. көнсығышҡа табан 1,3 км алыҫлыҡта Әй й. үҙәненең ҡаялы һул ярында Ыласынташ төбәгендә урынлашҡан. Текә баҫып торған эзбизташ ҡатламынан (ҡалынлығы 2 м яҡын) ғибәрәт аҫҡы өлөшө карст мәмерйәһе емерелеү сәбәпле барлыҡҡа килгән арка (бейеклеге 4 м, киңлеге 4,2 м яҡын). Тирә‑яғындағы ландшафы ҡайын м‑н ҡарағай күп үҫкән ҡатнаш урмандарҙан тора. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ингән һирәк төрҙәренән Гельм минуарцияһы, ҡыҙыл баҙыҡай үҫә; РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡыҙыл ойошһеркә осрай.
Ә.А.Мулдашев
Тәрж. И.М.Япаров
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.09.2025
Энциклопедиялар:
Связанные статьи:

