Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮСӘКӘЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1811

КҮСӘКӘЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Үрнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 21 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 88 км алыҫлыҡта Сәғәҙи й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1542 кеше; 1920 — 1566; 1939 — 997; 1959 — 654; 1989 — 325; 2002 — 387; 2010 — 349 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Үрнәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1710 й. керҙәшлек килешеүе (1718 й. теркәлгән) б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. 1865 й. 112 йортта 620 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, тегенселек, күн эше, мейес сығарыу м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауыл эргәһендә Иманғол утары булған. Х.Ҡ.Әминев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019