Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЛАТОУСТОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1516

ЗЛАТОУСТОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Бала Сытырман а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 31 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.-Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 608 кеше; 1920 — 710; 1939 — 531; 1959 — 243; 1989 — 261; 2002 — 286; 2010 — 279 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1868 й. (купчий ҡағыҙы 1895 й. рәсмиләштерелгән) Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусының Биксән (хәҙ. Ишембай р-ны) һәм Ишмөхәмәт аа. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ырымбур губернаһынан, Һамар губернаһынан, Өфө губернаһынан, Орёл һәм Тамбов губ. күсеп килеүселәр Златоустовка (Һынташ) ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. З. (Ишмөхәмәт, Һынташ, Ивановка) исеме м-н иҫәпкә алынған; 65 йортта 509 кеше йәшәгән. 1906 й. (хәҙ. статуста) земство мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея һәм ҡаҙна шарап кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: