Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИГНАТЬЕВ Сергей Николаевич

Просмотров: 2282

ИГНАТЬЕВ Сергей Николаевич (28.12.1963, Өфө), тренер. Тхэквондо б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1989). 1985 й. алып Өфө авиация техникумының дзюдо һәм самбо б‑са тренер‑уҡытыусыһы, 1992 й. — 15‑се СДЮСШОР‑ҙың, 2004 й. — “Өфөлө” СДЮСШОР‑ының тренер-уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1996 й. башлап 464‑се Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге (2011 й. тиклем; Өфө) һәм Рәсәй Ҡораллы көстәренең тхэквондо б‑са йыйылма командаһы тренеры (2006 й. тиклем). Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.Ф.Ғәйниәхмәтов, О.Ю.Ештуков, А.Т.Йосопов, С.А.Носкова, ш. уҡ 30‑ға яҡын Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: