Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы

Просмотров: 2885

ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы (14.10.1945, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Мәзит а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2011), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) “Октябрь байрағы” (ҡара: “Зианчуринские зори”) гәз. әҙәби хеҙм‑р. 1975 й. алып Күмертау ҡ. мәктәптәрендә эшләй, 1997 й. — Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 2007 й. — БР Яҙыусылар союзы идараһының өлкән әҙәби консультанты, 2012—14 йй. — рәйес урынбаҫары. “Мәрйендәр” исемле тәүге китабы 1993 й. сыға. “Гөр‑гөр- гөрөлдәк” (1995), “Серле ҡумта” (2001) һ.б. балалар өсөн яҙылған йыйынтыҡтарының төп темаһы — тыуған яҡҡа һөйөү. “Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар, пьесалар” (2001), “Мин Башҡортостанда йәшәйем” (“Я живу в Башкортостане”; 2002), “Тыуған яғым, һиңә дан йырлайым!” (“Край родной, тебя пою!”; 2007) һ.б. методик ҡулланмаларҙың төҙөүсе‑авторы. Р.Ф.Байбулатов, Т.Ғәниева, Р.Ғ.Солтангәрәев, Ф.Һ.Туғыҙбаева, Г.М.Яҡупова һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. Ғ. шиғырҙарына Н.Н.Абдуллина, А.Б.Туҡтағолов, З.Х.Фәйзуллина һ.б. йырҙар яҙған. Б.Бикбай ис. пр. лауреаты (2014).

 Ә ҫ ә р ҙ.: Башҡортомдан батыр юҡ икән: хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр. Өфө, 2007; Әсәйем — ҡояш икән...: шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр. Өфө, 2011; Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар, пьесалар, Өфө, 2011.

 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: