Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕРБИШЕВА Рәйсә Нәзиб ҡыҙы

Просмотров: 1802

ДЕРБИШЕВА Рәйсә Нәжиб ҡыҙы (24.1.1921, Чистополь ҡ. — 10.2.01987, Өфө), балет артисы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1975). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы Е.В.Ширипина) БДОБТ солисы, 1971 й. алып Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһының педагог‑репетиторы, 1973 й. башлап “Союзгосцирк” Бөтә Союз ижади‑производство берекмәһенең Башҡ. цирк коллективы дир., 1982—87 йй. БДОБТ‑ының балет төркөмө мөдире. Үҙенсәлекле бейеүсе. Д. бейеүе етеҙлеге, еңеллеге һәм драматик тәьҫирлеге м‑н айырыла. Төп партиялары: Байрамбикә (“Сыңрау торна”), Гудула (“Эсмеральда”, Ч.Пуньи), Ҡара ҡатын (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”; Б.В.Асафьев), Йәшел кейемдәге ханым (“Зәңгәр Дунай” — “Голубой Дунай”; И.Штраус) һ.б. Концерт репертуарында — башҡ., урыҫ һәм татар бейеүҙәре. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск ҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1968) ҡатнаша. “Сыңрау торна” фильм-балетында (Свердловск к/ст, 1959) төшкән. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: