Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРИГОРОВИЧ Юрий Николаевич

Просмотров: 1879

 

ГРИГОРОВИЧ Юрий Николаевич (2.1.1927, Ленинград ҡ. – 19.5.2025, Мәскәү ҡ.), балет артисы, балетмейстер. Рәсәй художество академияһының почётлы ағзаһы (2004). СССР‑ҙың (1973), РСФСР‑ҙың (1966) һәм БР‑ҙың (1996) халыҡ артисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986). Профессор (1973). Ленинград хореография училищеһын (1946; педагогтары А.А.Писарев, Б.В.Шавров), ГИТИС‑ты (1965) тамамлаған. 1946 й. алып С.М.Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры солисы, 1962 й. – балетмейстеры; 1964–95 йй. һәм 2001 й. башлап Рәсәй Ҙур театрының баш балетмейстеры, 2008 й. алып балетмейстеры, бер үк ваҡытта 1988 й. алып Мәскәү хореография академияһының хореография һәм балет ғилеме кафедраһы мөдире, 1991–94 йй. “Юрий Григорович балет” труппаһының художество етәксеһе. Башҡ. дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә П.Гертелдең “Файҙаһыҙ һаҡлыҡ” – “Тщетная предосторожность” (1993), Л.Ф.Минкустың “Дон Кихот” (1995), П.И.Чайковскийҙың “Щелкунчик” (1995) һәм “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”; 1998), А.Адандың “Корсар” (2012), А.И.Хачатуряндың “Спартак” (2013), А.Д.Меликовтың “Мөхәббәт тураһында легенда” – “Легенда о любви” (2016), А.К.Глазуновтың “Раймонда” (2025) балет постановкаларын (бөтәһе лә — үҙ редакцияһында) ҡуя. Ленин премияһы (1970), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1977, 1985), РФ‑тың әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2017) лауреаты. Ленин (1976, 1986), Октябрь Революцияһы (1981), 1‑се (2011), 2‑се (2007) һәм 3‑сө (2002) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”, Изге Андрей Первозванный (2017), сит ил ордендары менән бүләкләнгән.

   Әҙәб.:К о л е с н и к о в А.Г. Юрий Григорович. Путь русского хореографа. М., 2007; В а н с л о в В.В. Хореограф Юрий Григорович. М., 2009.

 

 Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Һ.С.Сәйетов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.04.2026
Связанные темы рубрикатора: