Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ДАУЫЛ”, опера

Просмотров: 1822

“ДАУЫЛ”, Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы б‑са ижад ителгән Р.Ә.Мортазиндың 3 шаршаулы операһы. 1969 й. яҙылған. Премьераһы 1969 й. 26 апр. БДОБТ‑та үтә (Р.С.Янбулатова либреттоһы, дирижёры В.Д.Руттер, реж. Ш.М.Мортазина, ҡуйыусы рәссамы М.Н.Арыҫланов, хормейстеры Л.Х.Исхаҡова, балетм. Л.Е.Бородулин). Төп партияларҙы Н.З.Әбдиев (Айбулат), С.Ҡ.Ғәлимова (Гөлйөҙөм), С.Ә.Асҡаров (Ниязғол), М.Ғ.Сәлиғәскәрова (Яланбикә), М.Ғ.Ғәлиев (Ҡотлобай), Х.Й.Мәжитов (Волгин), З.С.Ғәзизова (Хаят) башšара. Операла Башҡортостанда революция (1917) һәм Граждандар һуғышы ваҡиғалары сағылдырыла. Төп сюжет һыҙығы — киҫкен соц. ҡаршылыҡтарға йәлеп ителгән һәм яҡты киләсәк өсөн көрәштә һәләк булған ирле‑ҡатынлы Айбулат м‑н Гөлйөҙөм яҙмышы. Муз. драматургияһы күп ҡырлы, үҙ эсенә лирик һәм эпик элементтарҙы ала. Төп геройҙарҙың моңло милли муз. материалға нигеҙләнгән лейтмотивы операла баштан аҙаҡҡаса үтә. Ҡапма‑ҡаршы төркөмдәргә һәм ҡатламдарға айырылған халыҡ образын сағылдырыуҙа хор бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә. Партитурала ҡурай ҡулланылған.

БАССР‑ҙың 60 йыллығына операның 2‑се редакцияһы әҙерләнә. Премьераһы 1979 й. 6 майында БДОБТ‑та уҙа (Янбулатова либреттоһы, дирижёры Ғ.Х.Моталов, муз. етәксеһе һәм реж. М.М.Хисмәтуллин, ҡуйыусы рәссамы Арыҫланов, хормейстеры Исхаҡова, балетм. Э.Х.Танн). Төп партияларҙа Әбдиев (Айбулат), Ғәлимова (Гөлйөҙөм), Р.Ә.Бәшәров (Ниязғол), Ғәзизова (Яланбикә), Ғәлиев (Ҡотлобай), Р.Ф.Көсөков (Волгин), А.Х.Күсемова (Хаят) уйнай.

Спектакль В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй муз. театрҙар спектаклдәре фестивалендә 1‑се дәрәжә дипломға лайыҡ була.

Әҙәб.: Еловская Н.А., Файзуллина Л.М. Опера Рауфа Муртазина “Буря". Уфа, 1997.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019