Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИМОВ Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы

Просмотров: 1876

ҒӘЛИМОВ Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы (14.12.1909, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Ҡыштым заводы ҡсб, хәҙ. Ҡыштым ҡ., – 15.2.1994, Өфө), актёр, режиссёр. РСФСР-ҙың атҡ. (1949), БАССР-ҙың халыҡ (1944) һәм атҡ. (1940) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). Х.Бохарскийҙың ҡустыһы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1930; В.Мортазин-Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев, Х.Бохарский курстары) Өфөлә Эшсе йәштәр театрына етәкселек итә. 1931—42 йй. һәм 1949—56 йй. БАДТ актёры, 1942—48 йй. художество етәксеһе һәм 1956 й. алып баш режиссёры; бер үк ваҡытта 40—70‑се йй. Өфө сәнғәт уч-щеһы уҡытыусыһы. 1971—82 йй. Ҡазан кинохроника студияһының Өфө бүлегендә кинофильмдарҙы башҡ. теленә тәржемә итеү (ҡара: Кинофильмға дубляж яһау) б‑са режиссёр. Үҙ ижадында К.С.Станиславский системаһына һәм милли театр традицияларына таяна, трагик һәм комик ролдәрҙе бер үк кимәлдә уңышлы башҡара: Баҙарғол (“Башҡорт туйы”; дебют, 1928), Ялған Дмитрий (“Борис Годунов”, А.С.Пушкин), Незнамов (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, А.Н.Островский), Фердинанд (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер), Хлестаков (“Тикшереүсе”, Н.В.Гоголь). Режиссёр булараҡ 40—60-сы йй. башҡ. театры үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй. Ғ. иң яҡшы постановкалары асыҡ сағылдырылған идея йүнәлеше м-н айырылып тора: В.В.Шкваркиндың “Сит кеше балаһы” (дебют, 1934), М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са ш. уҡ исемле (Ғ.Әмири һәм Ғ. инсценировкаһы), А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”) романы б‑са “Батырҙар” (үҙенең инсценировкаһы), М.А.Буранғоловтың “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, Л.М.Леоновтың “Ябырылыу”, Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл”, В.Гюгоның “Мария Тюдор” һ.б. “Салауат Юлаев” к/ф (“Союздетфильм”, 1941) Мулла ролен башҡара. Уҡыусылары араһында Ғ.Ғ.Ғиләжев, Р.Ф.Йыһанов, Р.М.Әйүпов, З.А.Әхмәрова. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән (1955, 1967, 1971). Өфөлә Ғ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: МәһәҙиевМ.Ә. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023