Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОРОБЬЁВ Владимир Иванович

Просмотров: 2464

ВОРОБЬЁВ Владимир Иванович (28.9.1946, Ҡытаутамаҡҡ.), тренер. Шайбалы хоккей б‑са СССР‑ҙың (1991), РСФСР‑ҙың (1985) атҡ. тренеры, СССР‑ҙың спорт мастеры (1974). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1998). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы командаһы өсөн уйнай (1969—75). “Шахтёр кубогы” халыҡ‑ара турниры еңеүсеһе (Польша, 1972). 1976 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тренеры, өлкән тренеры, 1992—93 йй. “Салауат‑Новоил” командаһының баш тренеры, 1998 й. башлап 9‑сы СДЮСШОР‑ҙың футбол б‑са уҡытыусы‑тренеры (бөтәһе лә — Өфө). 1994—98 йй. ЦСКА командаһының тренер‑селекционеры; 2001— 02 йй. “Локомотив” йәштәр командаһы (Ярославль ҡ.) тренеры. В. етәкс. “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ыныңүҫмерҙәр командаһы СССР (1983), БДБ (1992) чемп., БАССР‑ҙыңүҫмерҙәр йыйылма командаһы РСФСР халыҡтарыныңҡышҡы спартакиадаһы чемп. (1981), СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1982) була. Тәрбиәләнеүселәре араһында С.А.Бушмелёв, А.Л.Василевский, И.А.Кравчук, А.В.Семак, Р.Р. Хәйҙәров, Н.Л.Цулыгин, В.Р. Шәрифйәнов, ш. уҡ СССР‑ҙыңһәм Рәсәйҙең 20‑нән ашыу спорт мастеры.

Әҙәб.: П а с к о н о в Н.Д. “Салават Юлаев”: победы, судьбы, надежды... Уфа, 2001.

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.05.2023