Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИӘХМӘТОВ Фән Ғәвис улы

Просмотров: 2470

ВӘЛИӘХМӘТОВ Фән Ғәвис улы (18.1.1951, БАССР‑ҙың Шаран районы Хафиз а.), йырсы. БР‑ҙың (2011) һәм ТР‑ҙың (2007) халыҡ, БАССР‑ҙың (1989) һәм ТР‑ҙың (1994) атҡаҙанған артисы. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған (1979; Д.Ә.Мусин класы). 1970 й. алып Туймазы ҡ. мәҙәниәт һарайы, 1973—74 йй. Бүздәк район мәҙәниәт йорто, 1979 й. башлап Башҡ. филармонияһы, 1995—2005 йй. “Энергетик” мәҙәниәт һарайының (Яр Саллы ҡ.) “Болғар” ансамбле солисы. Көслө үҙенсәлекле тауышҡа эйә; башҡарыу сәнғәтендә халыҡсан йырлау традицияларын һаҡлай. Репертуарында Б.М.Ғайсин, М.М.Ғиләжев, Ф.Х.Ғәлимов, Н.Ә.Дауытов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов һ.б. йырҙары; башҡ. (“Ғайса ахун”, “Порт-Артур”, “Ялсығол”), тат. (“Герман көйө”, “Зөләйха”, “Шахта”) халыҡ йырҙары һ.б. ТАССР‑ҙа үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (Ҡазан ҡ., 1989), “Һабантуй” халыҡ байрамында (Аделаида ҡ., Австралия, 2006) ҡатнаша. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2021).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Э.Ә.Нәбиева
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2025
Связанные темы рубрикатора: