ҒӘЛИЕВ Рауил Ғәлимйән улы
ҒӘЛИЕВ Рауил Ғәлимйән улы (13.6.1947, Чимкент ҡ. — 16.9.1999, Өфө ҡ.), химик-технолог. Химия фәндәре докторы (1999). Ҡаҙаҡ химия-технология институтын тамамлағандан һуң (Чимкент ҡ., 1970) 1973 й. тиклем “Альметьевнефть” НГДУ‑һында, 1974 й. алып “Чимкентоблгаз” тресында, 1985 й. — Нефтехимия эшкәртеү проблемалары институтында (1990 й. башлап бүлек мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре нефть эшкәртеүҙе тәрәнәйтеүҙең экологик хәүефһеҙ технологияларын булдырыуға, сәнәғәт ҡалдыҡтарын зарарһыҙлау, ш. иҫ. ағынты һыуҙар һәм газ хәлендәге ташландыҡтарҙы таҙартыу проблемаларына, фосфорҙы электротермик ысул менән етештереүҙә нефть кокстарын ҡулланыуға арналған. Ғ. етәкселегендә Өфө нефть эшкәртеү заводтарының ағынты һыуҙарын физик‑химик һәм биологик таҙартыу системалары камиллаштырылған, Өфө һәм Атырау (Ҡаҙағстан) НЭЗ‑дарында эмульсия рәүешендәге нефть шламдарын утилләштереү ысулдары индерелгән; уның ҡатнашлығында юғары температурала иреүсән нефть пектары һәм уҡмаштырыусы өҫтәмәләр етештереү технологиялары эшләнгән һәм уларҙың тәжрибә‑сәнәғәт партиялары алынған.
Хеҙм.: Перспективы производства и применения нефтяных спекающих добавок при получении металлургического кокса из шихт с повышенным содержанием слабоспекающихся и неспекающихся углей: темат. обзор. М., 1990 (авторҙ.) (Серия: Переработка нефти); Безопасность жизнедеятельности. Кн.4. Ч.3. Идентификация надёжности и работоспособности топочно-нагревательных агрегатов. Уфа, 1999 (авторҙ.).
И.Р.Хәйрудинов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

