Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ДУҪЛЫҠ", тоҡомсолоҡ заводы

Просмотров: 1666

“ДУҪЛЫҠ” тоҡомсолоҡ заводы, «“Алатау” агросәнәғәт хужалығы» ЯАЙ филиалы. Совет мериносы тоҡомло нәҫел һарыҡтарын үрсетеү һәм һатыу м‑н шөғөлләнә. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Боҙаяҙ ауылы. Составына малс‑ҡ (2 һыйыр малы фермаһы, һарыҡ фермаһы, умарталыҡ), үҫемлекселек цехтары; тирмән һ.б. инә. 2011 й. 116 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 5634,3 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр 4457 га. Һыйыр малы һаны — 1096, һарыҡ — 951, йылҡы — 51, бал ҡорто ғаиләләре һаны — 27; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3007 кг; етештереү (т): һөт — 1504, ит — 106. 156 баш нәҫел һарығы һатылған. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 28, шәкәр сөгөлдөрө — 250, кукуруз (йәшел масса) — 220, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 9,8; етештереү (т): иген — 5798, шәкәр сөгөлдөрө — 8000, кукуруз — 6000, күп йыллыҡ үләндәр бесәне — 1000. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1950 й. А.А.Жданов ис. к‑з булараҡ нигеҙ һалына; 1989 — 92 йй. һәм 1996—2000 йй. колхоз, 1992—96 йй. хәҙ. исемде йөрөткән крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы; 2000 й. алып АХПК, 2011 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019