ҒИЛМЕТДИНОВ Айҙар Рәшит улы
2828
ҒИЛМЕТДИНОВ Айҙар Рәшит улы (3.5.1974, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2007). Л.Т.Ғилметдинованың улы. БДМУ‑ны тамамлаған (1997), 2001 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге хирургик һәм урологик профилле ауырыуҙарҙы реабилитациялау, бауыр яралары өҫтөн перитонизациялау өсөн клиник‑эксперименталь аллотрансплантант ҡулланыу һ.б. мәсьәләләргә арналған. Ғ. ҡатнашлығында бауырҙы аппарат‑пластик резекциялау ысулы эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.11.2024
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:
Связанные статьи:

