ТУМАНАҠ
ТУМАНАҠ (Bupleurum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу төрө билдәле, Евразия, Төньяҡ Америка һәм Африканың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: һары Т. һәм ҡырҡйепсә Т. Ике һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары цилиндр формаһында, төҙ, бейеклеге 20—120 см. Япраšтары бөтөн, шыма ситле, тамыр яны һәм аҫҡы һабаҡ япраҡтары — оҙонса, һаплы; ҡалғандары — ланцет йәки йомортҡа формаһында, ултырма (һары Т. һабаҡты уратып алыусан). Сәскәләре һары төҫтә, сәскәлеге — ҡатмарлы сатыр. Урама япраҡсаһы төрлө ҙурлыҡта, ҡырҡйепсә Т. оҙонса йәки ланцет формаһында, йәшел, һары Т. йомортҡа формаһында йәки йомро тиерлек, һары төҫтә. Ваҡ урама япраҡсаһы һары, һирәгерәк ҡыҙғылт шәмәхә төҫөндә, ваҡ сатырҙарҙан оҙонораҡ, формаһы б‑са урама япраҡсаға оҡшаш. Июлдә сәскә ата. Емеше — һалынҡы емеш, авг. өлгөрә. Ҡайын, уҫаҡ, ҡарағай, япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙың яҡты участкаларында үҫә; йышыраҡ төньяҡ‑көнсығышта осрай. Реликт ҡырҡйепсә Т. —үҫемлектәрҙең һирәк төрө.
Е.В.Кучеров
Тәрж. Г.А.Миһранова

