ГУБИН Евгений Иванович
ГУБИН Евгений Иванович (25.2.1923, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Тирлән Заводы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а., – 4.3.1991, Һамар ҡ.), лётчик, подполковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1941), Тамбов лётчиктарҙы һуҡыр һәм төнгө осошҡа әҙерләү юғары авиация курстарын (1948), Офицерҙар составын камиллаштырыу үҙәк осоу-тактика курстарын (Мәскәү, 1955) тамамлаған. 1941 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. ғин. башлап Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы һауа армияһы 299‑сы штурм авиацияһы див. 218‑се штурм авиацияһы полкының өлкән лётчигы лейтенант Г. 82 хәрби осошта (1944 й. февр. ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1958) Куйбышев дәүләт үлсәү приборҙары лаб. эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1943, 1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, ?), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Г. исеме Белорет ҡ. урамға бирелгән; Тирләндә һәм Белоретта уға һәйкәлдәр, Һамар ҡ. ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәб.: Куликов В. Ярость благородная... //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.
Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

