Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРИБ Иван Евдокимович

Просмотров: 2168

ГРИБ Иван Евдокимович [4.3.1911, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Ивановка а. (БР‑ҙың Дәүләкән районы) — 23.1.1987, Славянск ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). Гвардия капитаны (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Одесса хәрби пехота училищеһын тамамлаған (Уральск ҡ., 1943). 1930—33 йй. һәм 1935—40 йй. Дәүләкән районында һәм Өфө ҡ. ҡулланыусылар кооперацияһы учреждениеларында, 1940—41 йй. Бийск ҡ. Алтай сеймал сәнәғәте тресы автобазаһында эшләй. 1933—35 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. июненән Көньяҡ-Көнбайыш, Көнбайыш, Воронеж, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се гвардия армияһы 73‑сө гвардия уҡсылар дивизияһы гвардия айырым уҡыу батальоны пулемёт ротаһы взвод командиры гвардия кесе лейтенанты Г. 1943 й. 25 сентябрендә Днепр й. аша сыҡҡанда һәм Украин ССР‑ы Бородаевка а. өсөн алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. алып запаста. 1949 й. башлап Төньяҡ Алтай геологик разведка экспедицияһы начальнигы ярҙамсыһы, 1951 й. — геологик разведка партиялары начальнигы һәм 1953 й. — Алтайҙа Ҡурай геологик разведка экспедицияһы начальнигы. 1954 й. алып 3‑сө Бийск кирбес заводы директоры, 1956—58 йй. СССР ЭЭМ‑ының 18‑се отряды начальнигы урынбаҫары, 1959—69 йй. Славянск арматура-изоляторҙар заводында эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Дәүләкән ҡ. 1‑се урта мәктәп бинаһына Геройға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Кузнецов И.И., Джога И.М. Золотые Звёзды Алтая. Барнаул, 1982.

 Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.11.2024