БИКБАЕВ Рауил Төхфәт улы

БИКБАЕВ Рауил Төхфәт улы (12.12.1938, Ырымбур өлкәһе Үрге Ҡунаҡбай а. — 23.4.2019, Өфө ҡ.), шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың халыҡ шағиры (1993). БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуашстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966). БДУ‑ны тамамлаған (1962). 1965 й. алып ТТӘИ ғилми хеҙмәткәре, 1995—2011 йй. — БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. “Дала офоҡтары” тип аталған тәүге шиғырҙар китабы 1964 й. сыға. Б. ижадына фекерләү киңлеге, тормош күренештәрен философик дөйөмләштереүгә ынтылыу хас. Башҡорт поэзияһында эпик жанрҙарҙың үҫешенә ҙур өлөш индергән. Туған тел, башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы темалары “Халҡыма хат” (1989) шиғри монологында, “Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ!” (1989), “Баҙар балтаһы” (1993), “Система” (2000), “Хазина” (2009) поэмаларында сағыла. Б. поэтик теле сағыу образлылыҡ, үҙенсәлекле символика менән айырыла. БР‑ҙың дәүләт гимны тексын ижад итеүсе (Р.Шәкүр менән берлектә). “Хәҙерге башҡорт поэзияһы үҫеше” (“Эволюция современной башкирской поэзии”; 1991), “Шәйехзада Бабич: тормошо һәм ижады” (“Шайхзада Бабич. Жизнь и творчество”; 1995), “Шағир һүҙе — шағир намыҫы” (1997), “Рәми” (2008) һ.б. хеҙмәттәр авторы. “Башҡортостан тураһында дастан” (“Дастан о Башкортостане”; 2013), “Көндәлектәр” (1—2‑се китап, 2013; 3‑сө китап, 2018) публицистик китаптарында яҙыусы һәм ваҡыт, яҙыусы һәм әхлаҡ бәйләнеше проблемалары, хәҙерге әҙәбиәт үҫеше юлдары һ.б. сағыла. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (6 томда, 1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе. Б. әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, татар, төрөк, сыуаш, урыҫ, яҡут һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4‑се саҡырылыш депутаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы (1989), Ғ.Сәләм исемендәге (1970), Р.Ғарипов исемендәге (1992), З.Биишева исемендәге (2003) премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2008), Салауат Юлаев (2003) ордендары менән бүләкләнгән. Шағир исеме Өфө ҡ. 102‑се башҡ. гимназияһына бирелгән, С.Агиш урамында уға аллея асылған, исеме менән урам аталған, барельефлы мемориаль таҡтаташ; Ырымбур өлкәһе Ғәбдрафиҡ а. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. БР Хөкүмәте тарафынан Б. исемендәге 2 стипендия булдырылған (2020).
Әҫәрҙ.: Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән: сәйәхәтнамә. Өфө, 2002; Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 2003; Һайланма әҫәрҙәр: 6 томда. Өфө, 2008—2019.
Әҙәб.: Әхмәҙиев В.И. Быуындар бәйләнеше. Өфө, 1985; Хөсәйенов Ғ.Б. Рауил Бикбаев: тормошо һәм ижады. Өфө, 2009.
Р.З.Шәкүров
Тәрж. Р.М.Шәрипова

