БАҪҠЫТАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл
1309
БАҪҠЫТАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Йәнйегет а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 56 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта Әлбәк күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 507 кеше; 1959 — 447; 1989 — 373; 2002 — 317; 2010 — 270 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
20 б.башында Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына. 1925 й. 91 йорт теркәлгән. 70‑се йй. Б. Түбәнге Кама ГЭС‑ын төҙөгән ваҡытта бөтөрөлгән Иҫке Нуғай а. кешеләре килеп урынлаша. Б. янында Торатау ҡаласығы урынлашҡан.
Ә.З.Әсфәндиәров
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи:

