АРСКИЙ ТАШЫ, Белорет р‑нындағы ауыл
1238
АРСКИЙ ТАШЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Сосновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 6 кеше; 1959 — 223; 1989 — 275; 2002 — 175; 2010 — 95 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).
1920 й. һуң Тамъян-Ҡатай кантонында утар булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 4 йорт иҫәпкә алынған. 1939 й. Ҡыҙыл Таш, 50‑се йй. алып “Арский ташы” ял йорто ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 2005 й. башлап хәҙ. статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендәге Арский ташы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи:

