Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАТТАЛОВ Магомед‑Расул Вагидович

Просмотров: 2429

БАТТАЛОВ Магомед‑Расул Вагидович (5.2.1959, Буйнаҡ ҡ.), спортсы. Грек‑рим көрәше буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987). А.‑Б.В.Батталовтың ҡустыһы. ӨТСИ‑не (1997), Төньяҡ Кавказ дәүләт хеҙмәте академияһын (Дондағы Ростов ҡ., 2010) тамамлаған. “Зенит” ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе. 1982—87 йй. Н.Ф.Гастелло исемендәге спорт клубы өсөн сығыш яһай (тренерҙары В.А.Борман һәм Р.Х.Ғәниев). РСФСР чемпионы (1985), СССР чемпионаттарының (1985, 1987) һәм СССР Кубогының (1984) көмөш призёры. Италияла (“Италияның ҙур призы”; 1980) һәм Францияла (1985) халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—84). 2006 й. алып “Лада” ҡатын‑ҡыҙҙар гандбол клубы (Тольятти ҡ.) директоры, 2021 й. башлап ирекле көрәш буйынса Рәсәй ҡатын‑ҡыҙҙар йыйылма командаһы тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.08.2025