АБРАМЗОН Леонид Семёнович
АБРАМЗОН Леонид Семёнович (21.2.1934, Харьков ҡ. — 25.11.1986, Өфө ҡ.), инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1985). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1957) Башҡортостан нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй, 1971—86 йй. ӨНИ‑лә уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге үҙле һәм ҡатыусан нефть һәм нефть продукттарын ҡыуыу гидромеханикаһы, йылылыҡ алмашыныу проблемаларын өйрәнеү, уларҙы йөрөтөү һәм һаҡлауҙың иң ҡулай технологияларын уйлап табыу менән бәйле.
Х е ҙ м.: Эжекторная выкачка нефтепродуктов с высокой упругостью паров. М., 1961 (авторҙ.); Трубопроводный транспорт высоковязких и высокозастывающих нефтей. М., 1968 (авторҙ.); Динамика вязкой несжимаемой жидкости. Расчёт простых и сложных трубопроводов. Уфа, 1980 (авторҙ.).
С.Л.Лебедева
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

