Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБҘАН, Архангел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1616

АБҘАН, Архангел р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 375 кеше; 1920 — 497; 1939 — 776; 1959 — 880; 1989 — 915; 2002 — 899; 2010 — 836 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡ. халыҡ театры), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡумрыҡ-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яҡшембәт (улус старшинаһы Яҡшембәт Урасов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала, 18 б. уртаһынан билдәле. 1795 й. (12 йортта 104 кеше йәшәгән) хәҙ. исемен (улус старшинаһы Абҙан Үркәйев исеменән) йөрөтә. 1865 й. 42 йортта 229 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек, поташ заводтары өсөн көл әҙерләү, Архангел баҡыр иретеү заводына баҡыр мәғдәне һәм Өфөгә поташ ташыу м-н шөғөлләнгәндәр. Училище булған. 1906 й. 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ урмансылыҡ кәсептәре билдәләнгән. 50‑се йй. аҙағында А. Тимербай а. (18 б. аҙ. нигеҙ һалынған) ҡушыла.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019