Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ҠАСАҠ УРТА МӘКТӘБЕ

Просмотров: 1596

ОЛО ҠАСАҠ УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡалтасы р‑нында урынлашҡан. 1877 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑удмурт) булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1932 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1961 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1974 й. хәҙ. статусын ала. 2 компьютер класы, ағас эше һәм ҡатнаш оҫтаханалары, спорт залы, китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, гаражы, авто- һәм а.х. машиналары бар. 1954 й. башлап мәктәпте 1,6 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2013). Тамамлаусылар араһында Г.Ғ.Ҡужәхмәтов.

К.И.Сәлтәшева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019