Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДҮРТӨЙЛӨ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1836

ДҮРТӨЙЛӨ, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Кесе Уҡыяҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 743 кеше; 1920 — 846; 1939 — 1010; 1959 — 610; 1989 — 509; 2002 — 566; 2010 — 582 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1705 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. 1776 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яңы суҡындырылған сыуаштар, һуңыраҡ мариҙар күсеп ултырған. 1795 й. 189 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 60 йортта 280 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү (1903 й. төҙөлгән), министрлыҡ мәктәбе, 1 шарап һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендәге Дүртөйлө йырыны — тәбиғәт ҡомартҡыһы. А.А.Кондратьев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019