ВЕНЛОК ЯРУСЫ
ВЕНЛОК ЯРУСЫ, в е н л о к, силурҙың аҫҡы бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Аҫҡы силурҙың лландовери ярусында ята, өҫкө силурҙың лудлов ярусы менән ҡапланған. Р.Мурчисон тарафынан айырып күрһәтелә (1839), Венлок урыны (Англия) буйынса аталған. Брахиопод, мәрйен, остракод, радиолярий, конодонт, граптолит, хитинозой һ.б. хас. Шейвуд (аҫҡы) һәм гомер (өҫкө) ярым ярустарына бүленә. БР‑ҙа В.я. ҡатламдары Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәрендә бар. Көнбайыш битләүендә В.я. Ағиҙел-Елец (Ағиҙел һәм Кесе Ыҡ йй. бассейндары) һәм Һаҡмар-Лемва (Һаҡмар, Бетерә, Һәүәнәк йй. бассейндары), көнсығыш битләүендә Магнитогорск структур фация зоналарына тура килә. Ағиҙел-Елец зонаһының В.я. — карбонатлы, терриген-карбонатлы һәм кремнийлы ҡатламдарҙан (ҡалынлығы 100—300 м) тора; Һаҡмар-Лемва зонаһыныҡы бүлгеләнмәгән силурҙың терриген һәм саҡматаш-терриген тоҡомдарынан (урыны менән Һаҡмар һәм Бетерә свиталарына инә) ғибәрәт. Магнитогорск зонаһының көнбайыш өлөшөндәге В.я. балсыҡлы һәм саҡматашлы һәүерташ (ҡалынлығы 150 м тиклем) хас, һаҡмар свитаһы составына инә, урыны менән сығыштары Әбйәлил, Учалы, Хәйбулла райондарында осрай.
Әҙәб.: Зональная стратиграфия фанерозоя СССР. Силурийская система. М., 1991; Стратиграфические схемы Урала. Силур. Екатеринбург, 1993.
Е.В.Чибрикова
Тәрж. Э.М.Юлбарисов

