Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БҮЛ‑ҠАЙПАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1580

БҮЛ‑ҠАЙПАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бүл-Ҡайпан а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Һары й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 884 кеше; 1920 — 908; 1939 — 615; 1959 — 681; 1989 — 687; 2002 — 707; 2010 — 682 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). ПУ, төп мәктәп (Иҫке Ҡайпан урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Аулға 18 б. уртаһында Уҫы даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бүлеғарт-Ҡайпан исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Оло Ҡайпан исеме м‑н билдәле булған. 1783 й. һәм 1795 й. араһында бында мишәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. 46 йортта 189 кеше йәшәгән, 1865 й. 84 йортта — 490 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, мәҙрәсә булған. 1906 й. 2 мәсет, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: